Бөгөн - халыҡ-ара туған теле көнө!

Февраль 21, 2024 Просмотров: 394

21 февраль-бөтә донъя Халыҡ-ара тыуған тел көнө. Теле барҙың - иле бар тип өйрәтә халыҡ мәҡәле. Бөгөн беҙҙең мәктәптә башланғыс класс уҡыусылары менән туған телебеҙгә бағышланған һүрәттәр конкурсы үткәрелде. Уҡыусылар "Күңелле алфавит", "Туған телдең буяуҙары", "Яратҡан әкиәттәр биттәренән" темаларына һүрәттәр төшөрҙө.
Туған тел  яҙмышы – үҙебеҙҙең ҡулда. Бәләкәйҙән балаларыбыҙға туған телде өйрәтеп, уларҙы үҙебеҙҙең милли рухта тәрбиәләһәк, туған телебеҙ ҙә сәскә атыр, мәңге йәшәр. Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, киләсәк быуынға еткерер өсөн тырышайыҡ, дуҫтар!

#МойРоднойЯзык2024,#МинеңТуғанТелем2024,#ДеньРодногоЯзыка2024#ТуғанТелКөнө2024#ZаНаших #VместеМыСила