Халыҡ-ара туған тел көнө
2024 йылдың 19-22 февралендә Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған "Туған тел" аҙналығы үтте.
Туған телдәрҙең предмет аҙналығы ҙур дөйөм белем биреү, тәрбиә һәм үҫеш әһәмиәтенә эйә. Ул туған телдәр тураһында белемде тәрәнәйтеп һәм киңәйтеп кенә ҡалмай, шулай уҡ уҡыусыларҙың мәҙәни аң даирәһен киңәйтеүгә, уларҙың ижади әүҙемлеген, эстетик зауығын үҫтереүгә булышлыҡ итә һәм, һөҙөмтәлә, туған телдәрҙе һәм үҙ халыҡтарының мәҙәниәтен өйрәнеүгә мотивацияны арттыра.
Башланғыс кластар уҡыусылары һүрәттәр конкурсында ("Күңелле алфавит", "Туған тел буяуҙары", "Яратҡан әкиәттәр биттәрендә") әүҙем ҡатнашты.

7-8 класс уҡыусылары менән «Мауыҡтырғыс башҡорт теле» викторинаһы үтте. Сараны башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлиә Венер ҡыҙы үткәрҙе. Ул был дата тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Уҡыусылар байрамдың килеп сығышы тураһында белде, туған тел тураһында видеояҙма ҡараны. Балалар викторина һорауҙарына әүҙем яуап бирҙе. Туған телебеҙҙең сафлығы өсөн көрәшергә кәрәк тигән һығымтаға килделәр.
.jpg)
9 класс уҡыусылары менән «Татар, башҡорт һәм рус милли кейемдәре» темаһына әңгәмә дёресе үткәрелде.
.jpg)